Поиск
Салауат Юлаев һәйкәле
- Садиҡова А.А.
- 31 окт. 2016 г.
- 1 мин. чтения

Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ә торған урыны нисек уңышлы һайланған. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.
Өс йылдан һуң уның авторы Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, аҙ ғына һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була.
Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна
Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.
Yorumlar