Шүлгәнташ ҡурсаулығы
- Садиҡова А.А,
- 20 окт. 2016 г.
- 1 мин. чтения
Шүлгәнташ — Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Федераль статусҡа эйә. Көньяҡ Урал тауҙарының көнбайышында, Бөрйән районының тау-урман бүлкәте сиктәрендә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 22 531 гектар (225 кв. км).
Ҡурсаулыҡ 1958 йылда Башҡортостан ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы итеп ойошторола, ә 1986 йылдың 16 ғинуарында үҙаллы ҡурсаулыҡҡа әйләнә. Уны ойоштороу өсөн был төбәктә саф тоҡомло бөрйән солоҡ бал ҡорто йәшәүе нигеҙ була. Филиал ҡырағай бал ҡорттарын һаҡлаусы донъялағы иң беренсе зона[1].
Рәсәйҙәге ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә кандидат булып тороусы Алтын-Солок менән бергә Шүлгәнташ ҡурсаулығы Башҡорт Уралы комплекслы биосфера резерваты составына ингән[2].
Ғинуарҙың уртаса температураһы −16° С, июнь һәм июлдеке +16° С. Климат уртаса континенталь, йылдары ҡырҡа үҙгәреүсән, яуым-төшөмдәр 270-тән 750 мм-ға тиклем. Рельеф таулы. Эре япраҡлы һәм ылыҫлы-япраҡлы ҡатнаш урмандар биләмә майҙанының 92 процентын биләй.
Шүлгәнташ ҡурсаулығы тәбиғәт һаҡлаусы, ғилми-тикшеренеүсе һәм экологик-ағартыусы учреждение булып тора. Ҡурсаулыҡта 90 тирәһе кеше эшләй, шулар иҫәбендә 3 фән кандидаты, 2 аспирант һәм 5 фән хеҙмәткәре бар. Ҡурсаулыҡ библиографияһында 900-ҙән артыҡ эш, фәнни публикациялар йөҙгә яҡын. Йыл һайын ҡурсаулыҡта бөтөн башҡарған эш буйынса «Тәбиғәт йылъяҙмаһы» тигән ғилми отчёт әҙерләнә.
Ҡурсаулыҡта яһалма ҡыуыштарҙа — солоҡтарҙа һәм түмәр умарталарҙа — 138 бал ҡорто ғаиләһе, умарталыҡтарҙа — 242 бал ҡорто ғаиләһе ҡарала. Дәүләт һаҡ инспекторы ла, бер ваҡытта ике эштә эшләп, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Башҡортостанда тыйылған башҡа нәҫел бал ҡорттарын индереүгә ҡаршы тороу «бөрйән бал ҡорто» генофондын таҙа көйөнсә һаҡлап алып ҡалыуҙың иң мөһим проблема икәнен күрһәтә. «Бөрйән бал ҡортоноң» популяцияһын тотороҡло һаҡлап ҡалыу һәм ареалын киңәйтеү маҡсатында 1997 йылда «Алтын-Солок» (Золотая борть) заказнигы булдырылды. Яҡындағы территорияларҙа солоҡсолоҡ үҫтереүгә төплө иғтибар бирелә һәм ҡурсаулыҡты киңәйтеү проекты ҡарала. Солоҡ балының оҫта маркетингы солоҡсолоҡто рентабелле итә барған һайын, солоҡсолоҡ башҡорттарҙың көнкүрешенә яңынан әйләнеп ҡайта.

Comentarios